04:00 (UTC+5), 06 Февраля 2018

Башҡортостан рапирасыһы Донъя кубогы этабында алтын миҙал яуланы

Рәсәй Фехтование федерацияһы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй ҡыҙҙары Алжирҙа фехтование буйынса Донъя кубогы этабында ышаныслы еңеү яуланы. Башҡортостан спортсыһы Анастасия Иванова Инна Дериглазова, Марта Мартьянова һәм Светлана Трипанина менән берлектә халыҡ-ара ярыштарҙа алтын миҙалдар яуланы.
Башта ҡыҙҙарыбыҙ Испания йыйылмаһын ял итергә оҙатты, уларҙы 45:26 иҫәбе менән отоп. Һуңынан рәсәйҙәргә Көньяҡ Корея командаһы бирелде – 44:12.
«АҠШ йыйылмаһы менән ярымфинал алышында рәсәйҙәргә ҡыуып тоторға тура килде. Бишенсе алыштан һуң Америка ҡыҙҙарының өҫтөнлөгө 11 сәнсеүгә күберәк булды – 25:14. Дериглазова Нзинги Прескодҡа ҡаршы уйында ҡалышыуҙы яртыға ҡыҫҡартты – 10:5. Мартьянова, Иман Блоуҙы отоп – 7:5, команданы бер аҙ алға сығарҙы. Һигеҙенсе алышта Дериглазова Николь Россты еңә алманы – 5:5, шунлыҡтан Рәсәй ҡыҙҙары күпкә артта ҡалды – 36:40.
Әммә Трипанина Прескодты еңә – 9:4 һәм йыйылмабыҙҙы финалға сығара алды – 45:44», — тип һөйләнеләр Рәсәйҙең Фехтование федерацияһында.
Башҡортостандың фехтование мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Анастасия Иванова финалда Трипанинаны алмаштырҙы. Һөҙөмтәлә туғыҙынсы алышты ҡыҙҙар 42:32 иҫәбе менән тамамланы.
http://www.bashinform.ru/news/1113153-bashkirskaya-rapiristka-zavoevala-zolotuyu-medal-etapa-kubka-mira-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика