Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль 2018, 13:53
Өфөлә конькиҙа йүгереү спорты буйынса бөтә Рәсәй ярыштары башлана
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 3 февралдә Өфөләге «Төҙөүсе» стадионында конькиҙа йүгереү спорты буйынса бөтә Рәсәй ярыштары башлана. Улар тотош илдәге конькиҙа йүгереү спортын һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәрҙе берләштерә. Быйыл Өфө менән бер рәттән ярыштар 30-ҙан ашыу ҡалала ойошторола.
Ҡатнашыусылар, йәшенә ҡарап, 50 йәки 100 метр арауыҡты үтергә тейеш. Стартҡа 7 йәштән өлкән спортсылар – һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар сыға, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың физик культура һәм спорт буйынса идаралығынан.
Был көндә үҙең менән шәхесте раҫлаған документ, шулай уҡ табиптан рөхсәт ҡағыҙын алып килеү мотлаҡ.
Бөтә йәш төркөмдәрендә призлы урын яулаған спортсыларҙы Рәсәй Спорт министрлығының миҙалдары һәм дипломдары менән бүләкләү ҡаралған. Һәр төркөмдә еңеүселәргә Өфө хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығының кубоктары тапшырыла.
Асыу тантанаһы – иртәнге сәғәт 11-ҙә, ярыштар 12-се 15 минутта башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1111727-v-ufe-startuyut-vserossiyskie-sorevnovaniya-po-konkobezhnomu-sportu/
Теги:
конькиҙа йүгереү спорты
Читайте нас: