06:00 (UTC+5), 01 Февраль 2018

Владимир Путин Пхёнчханда Олимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсылар менән осрашты

kremlin.ru
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Шаршамбы, 31 ғинуарҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путин Пхенчханға ҡышҡы Олимпия уйындарына барасаҡ Рәсәй спортсылары менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостандан шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылмаһы ағзаһы Семен Елистратов та булды.
«Беҙ барыбыҙ ҙа, башҡаларҙан нығыраҡ үҙегеҙ, заманса юғары ҡаҙаныштар спортында еңеүҙәрҙең нисек ауыр бирелгәнен, уларҙың нимә торғанын, бының өсөн күпме көс һалырға кәрәклеген яҡшы беләһегеҙ. Әммә спорт ниндәйҙер бер уға хас булмаған һәм сит ваҡиғалар, күренештәр, осраҡлы шарттар, сәйәсәт йәки башҡа берәй нимә менән ҡушылғанда икеләтә ҡатмарлы. Илдә, был осраҡта беҙҙең илдә, ошо йәһәттән ҡатмарлы ижтимағи баһа барлыҡҡа килгәндә, был иҫәпкә төрлө-төрлө, ҡайһы берҙә ғөмүмән кире фекерҙәр яңғырағанда өсләтә ауыр. Был һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн бик ауыр шарттар булдыра. Һеҙҙе унан ҡурсалай алмауыбыҙ өсөн ғәфү итегеҙ», — тине Владимир Путин.
Владимир Путин һүҙҙәренсә, хәҙер Көньяҡ Кореяға юлланасаҡ спортсыларға иғтибарын еңеүгә йүнәлтеү мөһим.
«Һеҙгә уй-фекерегеҙҙе һөҙөмтәлә һәм еңеүҙә тупларға кәрәк. Спорт һәм спортсыларыбыҙ тирәләй булған бар нәмә һеҙҙе албырғатмаҫҡа тейеш. Һеҙ быны эшләргә беләһегеҙ. Байтаҡ тәжрибәле спортсыларыбыҙ бара, йәштәр ҙә күп. Әммә бөтәгеҙ ҙә көрәшергә ғәҙәтләнгән һәм уны эшләргә белгән кешеләр. Барлыҡ көстө тупларға кәрәк, — тине дәүләт башлығы. — Тағы ла бер нәмә. Бында яңыраҡ йәштәр һөйләне: кемдәрҙелер үткәрмәнеләр, шуға тағы улар өсөн дә булабыҙ. Иҫке, совет осоронан ҡалған йырыбыҙ бар: «Үҙең һәм теге егет өсөн» («За себя и за того парня»). Һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм һеҙҙең бөтәһе лә килеп сығасаҡ».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары 2018 йылдың 9-25 февралендә Пхёнчхан ҡалаһында (Көньяҡ Корея) үтә. Халыҡ-ара олимпия комитеты ярыштарҙа ҡатнашыуға 169 Рәсәй спортсыһына рөхсәт биргән. Башҡортостандан биш кеше ҡатнаша – Семен Елистратов (шорт-трек), Антон Бабиков (биатлон), Эрнест Яхин (саңғы буйынса икебәйге), Кристина Спиридонова (фристайл) һәм Ольга Сосина (хоккей).
http://www.bashinform.ru/news/1111111-vladimir-putin-vstretilsya-so-sportsmenami-uchastnikami-olimpiyskikh-igr-v-pkhyenchkhane/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика