12:25 (UTC+5), 01 Февраля 2018

Башҡортостандан бобслейсы Илвир Хузинды ғүмерлеккә дисквалификациялау алынды

Спутник ФМ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 11 спортсыны ғүмерлеккә Олимпиадаларҙан ситләтеү 2018 йылғы уйындарҙың берәүһен төшөрөп ҡалдырыуға алмаштырылды. Улар иҫәбендә Башҡортостандан бобслейсы Ильвир Хузин да бар. Лозанналағы Спорт арбитраж суды (CAS) Рәсәй спортсыларының апелляцияһын өлөшләтә ҡәнәғәтләндерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
11 спортсы иҫәбенә бобслейсылар Александр Зубков, Алексей Воевода, Александр Касьянов, Алексей Пушкарев, Ильвир Хузин, саңғысылар Юлия Иванова, Юлия Чекалева, Анастасия Доценко, хоккейсылар Галина Скиба, Анна Шибанова, Инна Дюбанок инә. Уларҙың Сочиҙағы уйындарҙа өлгәшкән һөҙөмтәләре юҡ ителде, допингка ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа ғәйебе билдәләнде, шулай ҙа улар бер генә Олимпиаданы ҡалдыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Освальд комиссияһы 2014 йылда Сочиҙа Олимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың допинг-пробаларын ҡабаттан тикшереү менән шөғөлләнде. Комиссия һығымтаһы буйынса илебеҙҙең 43 спортсыһы ғүмерлеккә Олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙан ситләтелде, ә уларҙың 2014 йылғы уйындарҙа күрһәткән һөҙөмтәләре юҡҡа сығарылды.
Александр Зубков, Дмитрий Труненков, Алексей Негодайло, Александр Касьянов, Алексей Пушкарев, Илвир Хузин, Ольга Стульнева, Алексей Воевода, Людмила Удобкина, Максим Белугин (бөтәһе лә — бобслей), Александр Третьяков, Сергей Чудинов, Елена Никитина, Ольга Потылицына, Мария Орлова (барыһы ла — скелетон), Александр Легков, Евгений Белов, Максим Вылегжанин, Алексей Петухов, Юлия Иванова, Евгения Шаповалова, Юлия Чекалева, Анастасия Доценко, Никита Крюков, Александр Бессмертных, Наталья Матвеева (бөтәһе лә — саңғы ярыштары), Ольга Фәтҡулина, Александр Румянцев, Иван Скобрев, Артем Кузнецов (барыһы ла — конькиҙа йүгереү спорты), Екатерина Лебедева, Галина Скиба, Анна Шибанова, Екатерина Смоленцева, Екатерина Пашкевич, Инна Дюбанок, Татьяна Бурина, Анна Щукина (бөтәһе лә — хоккей), Татьяна Иванова һәм Альберт Демченко (икеһе лә — сана спорты), Ольга Вилухина, Яна Романова, Ольга Зайцева (барыһы ла — биатлон) Халыҡ-ара олимпия комитеты санкцияларына эләкте.
http://www.bashinform.ru/news/1111388-pozhiznennaya-diskvalifikatsiya-bashkirskogo-bobsleista-ilvira-khuzina-otmenena/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика