11:40 (UTC+5), 30 Ғинуар 2018

Леонид Вайсфельд: «Бер Прохоркинды һатыуҙан ғына үҙемдең контрактты ете йылға алға эшләнем»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубында эшенән бушатылған генераль менеджер Леонид Вайсфельд Өфөнән Мәскәүгә күсенгән дә инде һәм яңғырашлы отставканан һуң беренсе ҙур интервью биргән.
Башҡортостандың баш ҡалаһынан команданың экс-функционеры уның һиҙемләүе буйынса, «хәлдән 70 процент сығарыуын» таныны һәм үҙенең килешеүен күптән эшләп бөтөргәнен билдәләне.
«Эш хаҡын атамайым, әммә Николай Прохоркинды һатыу буйынса бер килешеүҙә генә үҙемдең контрактты ете йылға алға эшләгәнемде әйтәм», — тип Леонид Вайсфельдтың телмәренән өҙөмтә килтерә «Спорт-экспресс».
Өфөнөң элекке генераль менеджеры һүҙҙәренсә, ул әлегә яңы эш тапмаған. Әммә бер нисә тәҡдим бар инде.
«Тәжрибә яғынан минең барыһы ла һәйбәт. Өфө – эш өсөн бик үҙенсәлекле урын. Мин уны яҡшы йәки насар тип баһаламайым. Ул шундай. Бында, һөнәри сифаттарҙан тыш, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итә белергә кәрәк», — тип таныны Вайсфельд.
Тулыраҡ интервью бында.
http://www.bashinform.ru/news/1110108-leonid-vaysfeld-na-odnoy-prodazhe-prokhorkina-ya-otrabotal-svoy-kontrakt-na-sem-let-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика