03:34 (UTC+5), 30 Января 2018

Кореяға Олимпия уйындарына саҡырылмаған Рәсәй спортсылары Сочиға турнирға бара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Халыҡ-ара олимпия комитетынан Пхенчханға 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарына саҡырыу алмаған спортсылар өсөн Сочиҙа спорт ярыштары ойошторола. Рәсәй атлеттарынан тыш, Сочиға төрлө сәбәптәр буйынса Пхенчхандағы уйындарҙан ситләтелгән сит ил спортсылары ла саҡырыла, тип хәбәр итә «Известия».
Альтернатив турнирҙа 500-гә яҡын атлеттың ҡатнашыуы күҙаллана. 2014 йылғы ҡышҡы Олимпиаданың баш ҡалаһында файҙаланылған барлыҡ объекттарҙың да торошо яҡшы һәм спортсыларҙы ҡабул итергә әҙер, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәйҙең Спорт министрлығында.
2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарына Халыҡ-ара олимпия комитетынан саҡырыу алмаған спортсылар исемлегендә Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Улар – Өфөнән конькиҙа йүгереүсе Руслан Захаров һәм бобслейсы Илвир Хузин.
Пхенчхандағы Олимпия уйындарында Башҡортостан Республикаһынан биш кеше сығыш яһай:
— Антон Бабиков (биатлон);
— Эрнест Яхин (саңғы ике алышы);
— Кристина Спиридонова (фристайл);
— Ольга Сосина (хоккей);
— Семен Елистратов (шорт-трек).
Хоккей буйынса Рәсәй йыйылмаһы составында Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе, әле Петербургтың СКА командаһы өсөн сығыш яһаған Андрей Зубарев та бар.
http://www.bashinform.ru/news/1109680-rossiyskie-sportsmeny-ne-priglashennye-na-olimpiyskie-igry-v-koreyu-poedut-na-turnir-v-sochi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика