Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2018, 16:42
Республика паралимпиясыһы Александр Давидович Донъя кубогы этабында биш миҙал яуланы
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандан паралимпиясы Александр Давидович Германияның Оберриде ҡалаһында уҙған Донъя кубогы этабынан биш миҙал менән ҡайтты.
Республика спортсыһы 7,5 саҡрымлыҡ арауыҡта саңғы ярышында «алтын»ға, 15 саҡрым оҙонлоҡтағы трассала өс көмөш миҙалға һәм 12,5 саҡрымлыҡ арауыҡта «бронза»ға лайыҡ булды, тип хәбәр ителә Рәсәй Паралимпия комитетының рәсми сайтында.
29 ғинуарҙа Донъя кубогы этабынан һуң спортсыларҙың кемеһе Финляндияға ярыштарҙың йомғаҡлау этабына барасағы билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1109524-bashkirskiy-paralimpiets-aleksandr-davidovich-zavoeval-pyat-medaley-na-etape-kubka-mira-/
Теги:
паралимпия спорты
александр давидович
Читайте нас: