07:30 (UTC+5), 26 Января 2018

Республика көрәшселәре Саранскиҙа Рәсәй беренселегенә алты юллама яуланы

БР Грек-рим көрәше федерацияһы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 23 һәм 24 ғинуарҙа Саранскиҙа кадеттар араһында грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге үтте. Волга буйы федераль округының 13 төбәгенән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы Рәсәй беренселегенә юллама өсөн көрәште. Башҡортостандан 30-лаған спортсы булды. Уларҙың алтауһы ғына ҡаты һайлауҙы һәм көслө конкуренцияны үтә алды, тип хәбәр итте Башҡортостан Грек-рим көрәше федерацияһы матбуғат секретары Елена Ледяйкина.
Адлан Әмриев (92 кг) еңеү яуланы. Уның туғаны Алан Әмирев (71 кг) көмөш наградаға лайыҡ булды. Александр Ефимов (80 кг), Саид-Хусейн Бакаев (60 кг), Данила Назаров (60 кг) һәм Александр Чегодаев (51 кг) бронза миҙалдар яуланы.
Республиканың кадет йыйылмаһы өлкән тренеры Дамир Әхмәтйәнов һүҙҙәренсә, миҙалдар тағы ла күберәк булыр ине.
«Спортсылар яҡшы һөҙөмтә күрһәтер өсөн бөтә көстәрен һалды. Кемгәлер физик әҙерлек етмәне, кемдер психологик яҡтан ҡаушап ҡалды. Артабан да эшләйәсәкбеҙ һәм оҫталыҡты нығытасаҡбыҙ», — тип билдәләне өлкән тренер.
8-11 февралдә республиканан алты еңеүсе һәм призер Ингушетияға ил беренселегенә юллана.
http://www.bashinform.ru/news/1108727-bortsy-bashkirii-zavoevali-shest-putevok-na-pervenstvo-rossii-v-saranske-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика