08:50 (UTC+5), 26 Января 2018

Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарына рөхсәт иткән 169 Рәсәй спортсыһының бишәүһе - Башҡортостандан

Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Халыҡ-ара олимпия комитеты Пхенчханда Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт иткән Рәсәй спортсылары исемлеген баҫып сығарҙы. Башҡортостан Республикаһынан биш кеше сығыш яһай:
— Антон Бабиков (биатлон);
— Эрнест Яхин (саңғыла икебәйге);
— Кристина Спиридонова (фристайл);
— Ольга Сосина (хоккей);
— Семен Елистратов (шорт-трек).
Хоккей буйынса Рәсәй йыйылмаһына Өфөнөң «Салауат Юлаев» тәрбиәләнеүсеһе, әле Петербургтың СКА-һы өсөн сығыш яһаусы Андрей Зубарев ингән.
Рәсәйҙең спорт министры Павел Колобков һүҙҙәренсә, 169 спортсынан торған исемлек рәсми һәм һуңғы. «Уға ингән спортсыларға Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарына саҡырыу ебәрәсәк. Улар Уйындарҙа ҡатнашырғамы-юҡмы, үҙҙәре хәл итә», — тип Колобковтың телмәренән өҙөмтә килтерә Рәсәй Олимпия комитеты сайты.
Шул уҡ ваҡытта, Истаграм социаль селтәрендәге сәхифәһендә Семен Елистратов Пхенчханға барырға ниәтләнеүе хаҡында яҙған.
«Әлбиттә, хәл ғәҙелһеҙ ситләштереүҙәр артынан һуңғы арала Олимпиада тирәләй булған нәмәләрҙе үҙебеҙ аша үткәреп, ҡатнашыуҙан баш тартһын, өйҙә ултырып, үҙ һаҙында әйләнһен өсөн эшләнә. Әммә быны эшләргә ярамай! — тип яҙа спортсы. – Олимпия уйындары – ул миҙал һәм хөрмәт баҫҡысы ғына түгел, ул беҙҙең өсөн янып-көйгән, беҙгә ышанған һәм ғүмеренең бер өлөшөн биргән ғаиләләр, «хыялға табай ғүмер» тип аталған ҡатмарлы юл».
http://www.bashinform.ru/news/1108797-iz-169-rossiyskikh-sportsmenov-dopushchennykh-mok-do-olimpiyskikh-igr-pyatero-predstavlyayut-bashkir/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика