03:00 (UTC+5), 25 Января 2018

Өфөнән конькиҙа йүгереүсе Руслан Захаров Пекиндағы уйындарға әҙерләнә

шәхси архив
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Уҙған көндәрҙә Өфө егете, хәҙер конькиҙа йүгереү спортында Мәскәү өлкәһе өсөн сығыш яһаусы Руслан Захаровтың Пхенчханға Олимпиадаға бармауы билдәле булды. Халыҡ-ара олимпия комитеты Өфө егетен Пхенчхандағы Уйындарҙа ҡатнашыусылар исемлегенә индермәгән.
Илдең бөтә спорт йәмәғәтселеге Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡарарынан һуң ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе, сөнки 20-нән ашыу спортсыға ярыштарҙа ҡатнашыу рөхсәт ителмәгән.
Был яңылыҡтан һуң Руслан Захаров үҙ сәхифәһендә «Пекинға юл-2022» тигән ҡыҫҡа исем аҫтында фото ҡуйған. Конькиҙа йүгереүсе Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡарары менән килешкән, ахыры, һәм Ҡытайҙағы Олимпия уйындарына әҙерләнә башлаған инде.
2018 йылғы Олимпиадала ҡатнашыуға рөхсәт бирелмәгәндән араһында биатлонсы Антон Шипулин, саңғысы Сергей Устюгов, конькиҙа йүгереүселәр Денис Юсков, Павел Кулижников, Руслан Захаров, шорт-трексылар Виктор Ан, Владимир Григорьев, Денис Айрапетян, Артем Козлов, Евгения Захарова, Татьяна Бородулина, санасылар Татьяна Иванова, Виктория Демченко, хоккейсылар Антон Белов, Алексей Береглазов, Михаил Науменков, Валерий Ничушкин, Сергей Плотников, фигурасылар Ксения Столбова, Иван Букин, бобслейсылар Роман Кошелев һәм Юлия Шокшуева иҫәпләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1107730-konkobezhets-iz-ufy-ruslan-zakharov-posle-otkaza-mok-v-olimpiade-2018-gotovitsya-k-igram-v-pekine-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика