03:00 (UTC+5), 24 Января 2018

Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов: «Пхенчханға уңышҡа өлгәшер өсөн барам»

РИА Яңылыҡтар
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Уҙған көндәрҙә Рәсәй йыйылмаһына ил символикаһы төшөрөлмәгән олимпия формаһын бирҙеләр. Экипировка үҙәгенә беренселәрҙән булып ингән спортсылар араһында Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов булды. Яҡташыбыҙҙың Көньяҡ Кореялағы Олимпиадаға кәйефе күтәренке. Ошо хаҡта ул «Р-Спорт»ҡа интервьюла белдерҙе.
«Азияла сәғәт бүлкәтенең алмашыныуын кисерәбеҙ, әммә профессиональ спортсы булараҡ был һорауға һорау менән генә яуап бирә алам: ә ниңә, мин һайлай аламмы? Мин уңышҡа өлгәшер өсөн барам», — тип баҫма Елистратовтың телмәренән өҙөмтә килтерә.
«Ҡайһы берҙә теләһе ниндәй күңелһеҙ хәлдәр сығырҙан сығара, әммә был тормош, уларһыҙ булмай», — тип аңлатты шорт-трексы.
Өфө спортсыһы һүҙҙәренсә, Пхенчханда уның яңы ярышташтары юҡ. Әммә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, шулай ҙа рәсәйҙәргә корейсылар конкуренция буласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1107229-ufimskiy-short-trekist-semen-elistratov-ya-edu-v-pkhenchkhan-chtoby-sdelat-rezultat/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика