09:30 (UTC+5), 23 Января 2018

Башҡортостан Журналистар союзы командаһы Силәбе өлкәһенең ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Киң мәғлүмәт саралары кубогында ҡатнаша

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Журналистар союзы Силәбе өлкәһенең тау саңғыһы, сноуборд һәм ҡышҡы картинг буйынса Киң мәғлүмәт саралары кубогында ҡатнаша. Ярыштар 3 февралдә Яҡтыкүл буйында «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә үтә.
Сараны «Юбилей» шифаханаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ММК-Курорт» идара итеүсе компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштора һәм судьялар бригадаһы хеҙмәтләндерә. Киң мәғлүмәт саралары кубогы Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары булышлығында уҙғарыла.
Ярыштарҙа биш кешенән торған команда ҡатнаша. Көйәрмәндәр иҫәбе – бер команданан биш кешегә саҡлы. Ярыштарҙа ҡатнашыу, Силәбе трансферы – «Юбилей» шифаханаһы, ярыш көндө инвентарҙы прокатҡа алыу, тау саңғыһы комплексында шыуыу – бушлай.
Ярыштарҙа ҡатнашыусылар ғариза тултырып, уны 2018 йылдың 29 ғинуарынан да ҡалмай Силәбе өлкәһе Журналистар союзы nfo@pressunion.ru адресына ебәрергә тейеш.
Тулыраҡ – Башҡортостан Журналистар союзы сайтында.
http://www.bashinform.ru/news/1106866-komanda-soyuza-zhurnalistov-bashkortostana-primet-uchastie-v-kubke-smi-chelyabinskoy-oblasti-po-zimn/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика