08:00 (UTC+5), 17 Января 2018

Өфө боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының ике этабын ҡабул итә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Наталья Овчарук/. Ике көнгә, 27 һәм 28 ғинуарҙа, Өфө мотоуҙыш майҙансығына әйләнә: Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәй чемпионаты – Суперлиганың өсөнсө һәм дүртенсе этаптарын ҡабул итә. Ярыштар «Төҙөүсе» стадионында үтә.
«Был миҙгелдә Суперлиганың иң яҡшы командаһы исеме өсөн Каменск-Уральскийҙан «ЦТВС-Уралтранстром», Тольяттиҙан «Мега-Лада», Өфөнән «Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге» һәм «СКЕ-Вена» – Австрияһы командаһы көрәшә», — тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Рәсәй чемпионатында Николай Красников, Сергей Карачинцев, Дмитрий Колтаков, Эдуард Крысов, Дмитрий Хомицевич, Василий Несытых, Даниил Иванов, Игорь Кононов ҡатнаша.
Ярыш көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Билеттарҙы «Төҙөүсе» стадионы кассаларында алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1104351-stolitsa-bashkirii-primet-dva-etapa-chempionata-rossii-po-motogonkam-na-ldu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика