12:49 (UTC+5), 16 Ғинуар 2018

Республика спорты тәрбиәләнеүсеһе фехтование буйынса Донъя кубогында «алтын» яуланы

Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы
Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй рапирасылары фехтование буйынса Донъя кубогы этабы пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Ярыштарҙы Польша ҡабул итте. Еңеүселәр араһында милли команда составында Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Анастасия Иванова сығыш яһаны. Ҡыҙ Инна Дериглазова, Марта Мартьянова һәм Светлана Трипанина менән бергә «алтын» яуланы. Финалда рәсәйҙәр итальяндарҙы еңде – 45:39.
1/8-ҙә Рәсәй рапирасылары Украинаны еңде – 45:31, сирекфиналда спортсыларыбыҙ донъя беренселеге хужаларынан, Польша командаһынан (45:40) һәм Венгрия йыйылмаһынан (45:40) көслөрәк булып сыҡты. Ярымфиналда Анастасия Иванова башҡа рапирасылар менән бергә итальян (45:35) һәм немец ҡыҙҙарын (42:31) артта ҡалдырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1104030-vospitannitsa-bashkirskogo-sporta-zavoevala-zoloto-kubka-mira-po-fekhtovaniyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика