02:00 (UTC+5), 16 Января 2018

Башҡортостанда ауыл тренеры көрәш буйынса чемпиондар әҙерләй

Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы районының Илсембәт ауылы мәктәбе ҡарамағындағы спорт секцияһында көрәш буйынса 40 йыл тәжрибәгә эйә Рафаил Хисмәтуллин 28 үҫмерҙе һәм йәш егетте көрәшкә өйрәтә. 2017 йылда уның өс тәрбиәләнеүсеһе юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпиондары булды. Уларҙың берәүһе, Наил Хәйбрахманов яҡын ваҡытта донъя чемпионатында Туймазы районының һәм республиканың данын яҡлаясаҡ.
Илсембәт ауылы мәктәбенең «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» проекты сиктәрендә яңыртылған спорт залында даими рәүештә ярыштар уҙғарылып тора. Уҙған ял көндәрендә көрәш буйынса сираттағы асыҡ турнир үтте. Ярышта Туймазы һәм Шаран райондарынан, шулай уҡ Татарстандың Ютаҙы районынан 70 көрәшсе ҡатнашты.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса төрлө ауырлыҡ һәм йәш категорияларында көслө спортсылар асыҡланды. Команда беренселегендә Илсембәт ауылы көрәшселәре еңде, ютаҙылар икенсе урын яуланы, Түбәнге Бишенде спортсылары – өсөнсө, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1103712-v-bashkirii-selskiy-trener-gotovit-chempionov-po-borbe-kuresh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика