11:20 (UTC+5), 16 Января 2018

Артем Дзюбаның «Өфө» футбол клубына күсеүе ихтимал

«Зенит» футбол клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Өфө» футбол клубы үҙенә Петербургтың «Зенит» командаһынан һөжүм итеүсе, Рәсәй йыйылмаһы уйынсыһы, спорт мастеры, ике тапҡыр Рәсәй кубогы һәм Рәсәй Суперкубогы эйәһе Артем Дзюбаны саҡыра. Был турала «Радио Зенит» эфирында билдәле спорт комментаторы Геннадий Орлов әйтте. Күренекле белгес һүҙҙәренсә, футболсы Башҡортостан командаһынан саҡырыу алған да инде.
«Өфө» менән вариант бар. Унда Семак эшләй, ул Дзюбаны бик яҡшы белә һәм, әлбиттә, уға уйнарға мөмкинлек бирәсәк. «Өфө» уның менән ҡыҙыҡһына, уны саҡыра», — тип Орловтың телмәренән өҙөмтә килтерә баҫма.
«Өфө»нөң генераль директоры Шамил Ғәзизов Дзюба менән һөйләшеү хаҡында имеш-мимештәргә аңлатма бирмәй. Әле Башҡортостан футболсылары Сергей Семак етәкселегендә Кипрҙа. Ә «Зенит» менән 2020 йылға тиклем килешеү төҙөгән Артем Дзюба командаһы менән Ғәрәп Әмирлектәренә күнекмәләргә китмәгән.
http://www.bashinform.ru/news/1104052-artem-dzyuba-mozhet-pereyti-v-futbolnyy-klub-ufa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика