07:00 (UTC+5), 12 Января 2018

«Салауат Юлаев» хоккейсыһы Пхенчханға Олимпиадаға бара

«Салауат Юлаев» хоккей клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө хоккейсылары Көньяҡ Кореялағы ҡышҡы Олимпия уйындарына бара. Атап әйткәндә, Пхенчханға «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҡапҡасыһы Бенс Скривенс юллана. Ул Канада йыйылмаһын яҡлай. Был турала Милли хоккей федерацияһының рәсми сайтында хәбәр ителә.
Скривенс менән бергә Олимпия уйындарына Канада йыйылмаһында Германия хоккей лигаһынан «Кельн» клубы вәкиле Джастин Питерс һәм Австрия хоккей лигаһынан «Медвешчак» командаһы уйынсыһы Кевин Пулен бара.
Континенталь хоккей лигаһында уйнаусыларҙан Канада коллективы өсөн Пхенчханда Чарльз Дженовей («Лада»), Марк-Андре Граньяни («Динамо» Минск), Крис Ли («Металлург»), Мэт Робинсон (ЦСКА), Карл Столери («Динамо» Рига), Жильбер Брюле («Куньлунь Ред Стар»), Куинтон Хауден («Динамо» Минск), Роб Клинкхаммер («Ак Барс»), Брэндон Козун («Локомотив»), Эрик О`Делл («Сочи»), Войтек Вольски («Металлург») һәм Линден Вей («Барыҫ») сығыш яһай.
Континенталь хоккей лигаһының юбилей миҙгелендә Бен Скривенс «Салауат Юлаев» өсөн 35 уйында ҡатнашты. Уларҙа Канада голкиперы 34 шайба үткәрҙе һәм 819-ын (91,7 процент) кире ҡайтарҙы. Өфө ҡапҡасыһының ышаныслылыҡ коэффициенты – 2,29.
http://www.bashinform.ru/news/1102844-khokkeist-khk-salavat-yulaev-poedet-na-olimpiadu-2018-v-pkhenchkhan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика