02:00 (UTC+5), 10 Января 2018

«Өфө» футбол клубының баш тренеры Сергей Семак Японияны Мальдив утрауына алмаштырған

Инстаграм
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Өфө» футбол клубы уйынсыларының һәм тренерҙар штабының һуңғы ял аҙнаһы башланды. Башҡортостан командаһы уйынсылары һәм остаздары социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең сәйәхәттәре менән уртаҡлаша. Мәҫәлән, «Өфө»нең баш тренеры Сергей Семак Япония буйлап сәйәхәт иткәндән һуң хәләл ефете менән бергә Мальдив Республикаһына юлланған. Ә уның ярҙамсыһы Вильям де Оливейра элеккесә ҡатыны һәм бәләкәй улы менән тыуған төйәгендә Бразилияла ял итә.
Һөжүм итеүсе Сильвестр Игбун футболды һағынған һәм Нигерияның һәүәҫкәр командалары матчтарында ҡатнаша.
Гиорги Шелия Япониянан Грузияға күскән, унда Гергетиҙағы Изге Троица сиркәүендә булған.
Исламнур Абдулвалов ҡатнаш бергә-бер көрәш ярҙамында физик формаһын тота, ә Александр Беленов Белгородта күнекмәләргә тотонған. Кехинде Фатаи шулай уҡ «Өфө»нөң уҡыу-күнекмәләренә әҙерләнә, ә Денис Тумасын әүәлгесә ваҡытын ғаиләһенә бүлә.
«Өфө» футбол клубы был аҙнала – 12 ғинуарҙа ялдан сыға. Уйынсылар һәм тренерҙар штабы Кипрҙа һәм Испанияла күнекмәләрҙә буласаҡ. Тәүге уйынды «өфөләр» үҙ майҙанында 4 мартта уйнай.
http://www.bashinform.ru/news/1101386-glavnyy-trener-fk-ufa-sergey-semak-smenil-yaponiyu-na-maldivy/
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика