09:30 (UTC+5), 09 Ғинуар 2018

«Салауат Юлаев» буллиттар буйынса Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һын отто

«Салауат Юлаев» хоккей клубы
«Салауат Юлаев» хоккей клубы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Түбәнге Новгородта «Салауат Юлаев» буллиттар буйынса урындағы «Торпедо» хоккейсыларын еңде.
Өфөләрҙең ҡапҡаһын Иван Налимов һаҡланы.
«Торпедо» хоккейсылары беренсе осорҙан һуң ике шайбаға алда булды – Владимир Галузин һәм Сергей Костицын уңышҡа өлгәште. Икенсе осорҙа «юлаевсылар» иҫәпте тигеҙләне.
Осор башында Эркка Вестерлунд тәрбиәләнеүселәре уйынсылар һаны буйынса өҫтөн булды. Дмитрий Саюстов өҫтөнлөктә Владимир Ткачев ебәргән шайба менән файҙаланып, «Торпедо»ның буш ҡапҡаһын «тар-мар иттте». Саюстов тәүге тапҡыр «Салауат Юлаев» өсөн шайба индерҙе.
Уйындың 29-сы минутында Энвер Лисин Александр Логиновтың уңышлы шайба ебәреүе һөҙөмтәһендә иҫәпте тигеҙләне. Икенсе ассистент балын Оскарс Бартулис алды. Латвия һаҡсыһы «Салауат Юлаев» өсөн үҙенә тәүге мәрәй яҙҙы, ә Лисин бишенсе осрашыу рәттән шайба индерҙе.
Өсөнсө осорҙа Сергей Костицын йәнә уңышҡа өлгәште, әммә өфөләр иҫәпте тигеҙләй алды. Төп ваҡыттың һуңғы минуттарында Филип Ларсен сәпкә тейҙе.
Овертайм еңеүсене асыҡлай алманы. Буллиттар буйынса Антон Бурдасовтың шайбаһы «юлаевсыларға» еңеү килтерҙе – 4:3.
10 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» Череповецта «Северстал»ға ҡаршы уйын менән күсмә серияһын тамамлай.
http://www.bashinform.ru/news/1101040-salavat-yulaev-obygral-nizhegorodskoe-torpedo-po-bullitam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика