07:24 (UTC+5), 26 Декабря 2017

2017 йылда төбәктә өс спорт объектын төҙөү тамамлана

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Яңы йылға тиклем республикала тағы өс спорт объекты файҙаланыуға тапшырыла. Ул — 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатына төҙөлгән уҡыу-күнекмә базаһы. 25,6 мең квадрат метрлыҡ майҙанда 500 урынлыҡ трибуналар менән тәбиғи ялан, кейенеү бүлмәләре, матбуғат үҙәге һәм парковка урынлашҡан.
«Тағы ла ике спорт объекты Туймазы районында йәшәүселәргә тәғәйенләнгән. Бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә Туймазыла «Туймазы-Арена» спорт боҙ комплексының икенсе сиратын төҙөү тамамлана», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Туймазылағы спорт комплексында спорттың төрлө төрҙәре буйынса ҡала, республика һәм ил кимәлендәге ярыштар һәм ҙур концерттар ойоштороу күҙаллана.
Ҡандра ауылында ла яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыла. Объекттың майҙаны 4117 квадрат метр тәшкил итә.
«Өс ҡатлы бина уҡыу-күнекмә бассейнын (25 метр), бәләкәй бассейнды, универсаль спорт залын, душ кабиналарын, аэробика, тренажер залдарын, медицина пунктын, уҡыу кластарын, гардеробты үҙ эсенә ала. Проектта административ биналар ҙа ҡаралған», — тип һөйләнеләр ведомствола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың 100 йыллығына Межгорьела физкультура-һауыҡтырыу комплексын тапшырыуға әҙерлек бара.
http://www.bashinform.ru/news/1098007-v-2017-godu-v-bashkirii-zavershat-stroitelstvo-trekh-sportivnykh-obektov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика