Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Декабрь 2017, 09:00
Республиканың баш ҡалаһы тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй Кубогының тәүге этабын ҡабул итә
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 22 декабрҙә, Башҡортостандың баш ҡалаһында «Команда ярыштары» дисциплинаһында тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй Кубогының тәүге этабы башлана. Ил спортсыларын Өфө икенсе йыл рәттән үҙендә ҡабул итә.
«Быйыл ҡатнашыусылар араһында Камчатка крайы, Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Мурманск өлкәһе командалары бар. Командаларҙың старт протоколы уҙған ярыштарҙа төҙөлгән Рәсәй Кубогының команда иҫәбе рейтингына ярашлы ҡуйыла. Әлеге ваҡытта Кубоктың команда иҫәбендә Мәскәү йыйылмаһы алда бара», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Тәүге ярыш «Олимпик парк» битләүендә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө 1 тула 10 минутта башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1096198-stolitsa-bashkirii-primet-pervyy-etap-kubka-rossii-po-gornolyzhnomu-sportu-/
Теги:
тау саңғыһы спорты
Читайте нас: