Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.88
+0.3
7+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Декабрь 2017, 08:10

Республиканан фристайлсы Донъя кубогының беренсе этабында бронза миҙал яуланы

Рәсәй Фристайл федерацияһы
Рәсәй Фристайл федерацияһы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ҡытайҙа фристайл буйынса Донъя кубогы этабында Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостандан Кристина Спиридонова сығыш яһаны. Беҙҙең спортсы рәсәйҙәр араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте һәм «акробатика» дисциплинаһында халыҡ-ара ярыштарҙа бронза миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Донъя кубогының беренсе этабында Башҡортостан өсөн Кирилл Самородов сығыш яһаны. Спортсы был юлы стартҡа баҫманы. Рәсәйҙәр араһында Михаил Буров һикереүҙә иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште – етенсе урын.
http://www.bashinform.ru/news/1094777-fristaylistka-iz-bashkirii-zavoevala-bronzovuyu-medal-pervogo-etapa-kubka-mira/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: