05:00 (UTC+5), 19 Декабря 2017

Башҡортостан спортсылары каратэ буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы матбуғат хеҙмәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Карина Ямасипова һәм Искәндәр Басареев каратэ буйынса Донъя кубогында 1-3 урындар алды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан. Ҡыҙ 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында кумитэла донъя чемпионы һәм команда кумитэһында көмөш призер булды. Финалда Рәсәй йыйылмаһы Белоруссияға биреште. Искәндәр Рәсәй йыйылмаһы өсөн алыштарҙа бронза яуланы һәм команда катаһында көмөш һәм бронза призер булды.
Был спортсылар 10 йылдан ашыу каратэ менән шөғөлләнә, Рәсәй һәм Европа ярыштарында тиҫтәләгән еңеү яулаған.
«Улар донъя чемпионатында тәүгә ҡатнашты, – тип билдәләне тренер Александр Махновский. – Алда уҡыу-күнекмәләренә әҙерлек, Иваново ҡалаһында бөтә стилдәге каратэ буйынса юғары уҡыу йорттары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары араһында Волга буйы федераль округы ярыштары».
Донъя кубогында Башҡортостан командаһында шулай уҡ Стәрлетамаҡта Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы студенты Марсель Фәтҡуллин сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1094621-sportsmeny-iz-bashkirii-pobedili-na-chempionate-mira-po-karate/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика