06:50 (UTC+5), 15 Декабря 2017

Өфөлә саңғыла йүгереү буйынса ГТО нормаларын тапшырырға теләүселәрҙе «Биатлон» комплексында көтәләр

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шәмбе, 16 декабрҙә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» төбәк тест үткәреү үҙәге 1,2 һәм 3,5 саҡрым арауыҡта саңғыла йүгереү буйынса норматив ҡабул итә. 6-70 йәштә һәм унан өлкән бөтә теләүселәр ҙә норматив тапшыра ала.
Сараны уҙғарыу урыны һәм ваҡыты: иртәнге сәғәт 12-нән көндөҙгө 3-кә саҡлы «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында (Комаров урамы, 1). Ҡатнашыусыларҙы иртәнге 12-нән 3-сө яртыға тиклем теркәйҙәр.
Үҙең менән участка терапевт табибынан медицина белешмәһе йәки һәр ҡатнашыусыға медицина хеҙмәткәре рөхсәт биргән коллектив заявка, паспорт йәки тыуыу тураһында таныҡлыҡ (14 йәшкәсә), уникаль идентификация номеры булырға тейеш.
«Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында саңғы кәрәк-яраҡтарын алып торорға мөмкин. Ул 150 һум тора. Бының өсөн паспорт кәрәк.
Шулай уҡ Максим Чудов клубының квалификациялы тренерҙары менән йүгереү һәм саңғыла йүгереү буйынса нормативтар үтәүгә әҙерләнеү мөмкинлеге бар. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.
Белешмәләр өсөн телефон: 275-275-3.
http://www.bashinform.ru/news/1093256-v-ufe-zhelayushchikh-sdat-normativy-gto-po-begu-na-lyzhakh-zhdut-v-sok-biatlon/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика