02:30 (UTC+5), 12 Декабря 2017

Республиканың 100 йыллығына Башҡортостанда физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асыла

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Межгорьела физкультура-сәләмәтләндереү комплексы файҙаланыуға тапшырыуға әҙер. Был объект «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына 100 объект» республика программаһы буйынса ремонтланған. Төбәк Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, яңыртыуға бюджеттан тыш 100 миллион һум аҡса тотонолған.
Өс ҡатлы комплекста уйын спорт төрҙәре өсөн спорт залы, айырым ишек менән саңғы базаһы, гардероб, сисенеү, душ бүлмәләре, күнекмәләр залы, медицина кабинеты, өҫтәмә, инвентарь бүлмәләре, өҫтәл теннисы, бергә-бер алыш өсөн залдар бар.
«Уйын залында 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары өсөн физик культура дәрестәре уҙғарыласаҡ, спорт комплексы «Йәшлек» балалар-үҫмерҙар спорт мәктәбе өсөн база майҙансығына әйләнәсәк. Шулай уҡ спорт залдары менән Межгорьела йәшәүсе өлкәндәр ҙә ҡуллана аласаҡ. Балалар спорт менән бушлай шөғөлләнәсәк», — тип аңлатты ведомство белгестәре.
Спорт комплексын 2018 йылдың башында асыу күҙаллана. Унан һуң Межгорье бадминтон, мини-футбол һәм волейбол буйынса республика ярыштарын ҡабул итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1090819-k-100-letiyu-respubliki-v-bashkirii-otkryvaetsya-fizkulturno-ozdorovitelnyy-kompleks/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика