05:30 (UTC+5), 12 Декабря 2017

Республиканан шорт-трек оҫтаһы Руслан Захаров 2018 йылғы Олимпия уйындары өсөн яңы квалификация алды

Руслан Захаровтың шәхси архивы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Әлегә ҡәҙәр донъя аренаһында Башҡортостандың шорт-трек мәктәбен танытыусы Руслан Захаров 2018 йылғы Олимпия уйындарына Пхенчхане ҡалаһына башҡа төбәк өсөн бара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул Мәскәү өлкәһе. Спортсы социаль селтәрҙә яңы квалификация алыуы һәм конькиҙа йүгереү спорты буйынса Рәсәй йыйылмаһына инеүе хаҡында хәбәр итте.
«Донъя кубогының IV этабында masstart дисциплинаһында алдағы ҡышҡы Олимпия уйындарына квалификация тамамланды. Был дисциплинала Рәсәйҙең ир-егеттәр йыйылма командаһында иң күп спортсылар була. Данил Семериков менән бергә өс күмәк старт һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы 24 спортсы иҫәбенә индек, — тип яҙған Руслан Захаров. — Ярты йыл элек бының булырына ышанмаҫ та инем. Был һөҙөмтәгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт. Халыҡ-ара аренала конькиҙа йүгереү спортсы буйынса Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһау минең өсөн ҙур хөрмәт булды».
Башҡортостандан 30 спортсы Көньяҡ Кореялағы Уйындарҙа сығыш яһай ала. Алдан Рәсәй Олимпия комитетында белдереүҙәренсә, әлеге ваҡыта Олимпия уйындарында ҡатнашыуға рөхсәт алған спортсыларҙың береһе лә Олимпиадала нейтраль флаг аҫтында ҡатнашыуҙан баш тартмаған.
http://www.bashinform.ru/news/1091203-bashkirskiy-short-trekist-ruslan-zakharov-perekvalifitsirovalsya-radi-olimpiady-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика