08:44 (UTC+5), 12 Декабря 2017

Башҡортостан шашкасыһы Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында көмөш миҙал яуланы

Башҡортостандың Шашка федерацияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ҡытайҙың Хуайань ҡалаһы Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын ҡабул итә. Унда Башҡортостан вәкиле Александр Георгиев ҡатнаша. Яҡташыбыҙ тиҙ программала көмөш миҙал яуланы.
«Александр Георгиевтың көмөш миҙалы — Интеллиадала һигеҙенсеһе. Өфө шашкасыһы Бөтә донъя уйындары программаһына ингән спорттың биш төрөндә спортсылар араһында уларҙың һаны буйынса берҙән-бер лидер булды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Шашка федерацияһында.
Шишәмбе, 12 декабрҙә, Интеллиадала суперблиц программаһы башлана. Алыштар һәр саҡ кемдеңдер еңеүе менән тамамлана, шуға күрә был дисциплина көйәрмәндәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
http://www.bashinform.ru/news/1091492-shashist-iz-bashkirii-zavoeval-serebro-vsemirnykh-intellektualnykh-igr/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика