08:42 (UTC+5), 11 Декабря 2017

Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 меңгә яҡын спортсы ҡатнаша – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылда Өфөләге LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 мең самаһы спортсы ҡатнаша. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашыуҙа белдерҙе.
– Беҙ уйындарҙа 1,5-2 мең спортсы ҡатнашыр, тип көтәбеҙ. Ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү күҙлегенән был беҙҙең өсөн нормаль күренеш, – тине төбәк етәксеһе. – Инфраструктурабыҙҙың күп һандағы ҡунаҡтарҙы урынлаштыра алыуын яҡшы беләһегеҙ. Беҙ көйәрмәндәрҙе, оҙатыусыларҙы, ата-әсәләрҙе иҫәпкә алып ике, хатта өс тапҡырға күберәкте ҡабул итә алабыҙ.
Ричард Смит үҙенең сәфәре барышында спорт, шулай уҡ инфраструктура объекттарында, шулай уҡ ҡунаҡханаларҙа булыуын билдәләне.
– Беҙ 1,5-2 мең ҡатнашыусыны көтәбеҙ. Мин VIP-ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу күҙ уңында тотолған ҡунаҡханаларҙы ҡараным. Бында бер нисә һәйбәт ҡунаҡхана төҙөлгән, 2015 йылда, буғай, – тине Ричард Смит. – Булып өлгөргән барлыҡ объекттар менән ҡәнәғәтмен.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылғы Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары туғыҙ дисциплина (еңел атлетика, футбол, йөҙөү, фехтование, пляж волейболы, баскетбол, грек-рим көрәше, ҡаяға үрмәләү, тхэквондо) буйынса ярыштарҙы үҙ эсенә ала.
Бынан алда, 2013 йылда, Өфө VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткәйне. Ярыштарҙа 20 илдең 60 ҡалаһынан йыйылма командалар ҡатнашты. Спортсылар спорттың ете төрө буйынса 10 миҙал уйнатты. Башҡортостандың баш ҡалаһы донъяла Ҡышҡы һәм Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткән берҙән-бер ҡала буласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1090488-v-mezhdunarodnykh-detskikh-igrakh-primut-uchastie-okolo-2-tysyach-sportsmenov-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика