06:30 (UTC+5), 07 Декабря 2017

Владимир Путин ил хөкүмәтенең Рәсәй спортсыларына 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуға ҡаршы төшмәйәсәген белдерҙе

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Рәсәй спортсылары ил хөкүмәтенән Көньяҡ Кореяның Пхёнчхане ҡалаһында 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуға хуплау алды. Рәсәй Президенты Владимир Путин Горький автомобиль заводы эшселәре менән әңгәмәлә ил хөкүмәтенең Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуына ҡамасауламауын белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.
«Шәхси сифатта ҡатнашырға теләүсе спортсыларыбыҙға, бер һүҙһеҙ, ҡамау иғлан итмәйбеҙ, [Уйындарҙа] ҡатнашыуға ҡамасауламайбыҙ», — тине дәүләт башлығы.
Владимир Путин иғтибар итеп, күп кенә спортсыларҙың, шул иҫәптән ул шәхсән белгәндәрҙең «ғүмере буйына был ярыштарға барыуын» билдәләне .«Улар бөтә карьераһы дауамында был старттарға әҙерләнә, улар өсөн был бик мөһим. Был уй-фекерҙән сығып, бер кемде лә тыймайбыҙ, бер кемгә лә ҡаршылыҡ күрһәтмәйбеҙ, ҡатнашмаҫ өсөн шарттар булдырмайбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы. «Беҙгә барыбер ҡағыҙҙағы ҡарарҙарҙы ентекләп өйрәнергә, уларҙы белергә кәрәк», — тип өҫтәне ул.
«Аҙаҡҡы ҡарарҙы, әлбиттә, Олимпия йыйылышы ҡабул итергә тейеш», — тип йомғаҡланы президент был сараның яҡын көндәрҙә булыуын хәтергә төшөрөп.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика