05:30 (UTC+5), 06 Декабря 2017

Рәсәй спортсыларына 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль флаг аҫтында сығыш яһарға рөхсәт бирҙеләр – Халыҡ-ара олимпия комитеты

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты рәйесе Томас Бах етәкселегендә ойошма Рәсәй йыйылмаһының 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыуы хаҡында ҡарар сығарҙы, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары. Рәсәй спортсылары Көньяҡ Кореялағы Олимпия уйындарында тик нейтраль флаг аҫтында сығыш яһай ала, тип хәбәр ителә.
Олимпиадала Рәсәй гимны яңғырамай, 2018 йылғы Олимпия уйындарына спорт министрлығының бер хеҙмәткәре лә аккредитланмай. Рәсәйҙең спорт буйынса вице-премьеры Виталий Мутко һәм уның элекке урынбаҫары Юрий Нагорный теләһе бер Олимпиадала булыуҙан ғүмерлеккә ситләтелде. Халыҡ-ара олимпия комитетында Рәсәй олимпия комитеты ағзалығы туҡтатылды.
Бынан тыш, Рәсәйҙе илдә допинг системаһы менән бәйле тикшереүҙәргә тотонолған 15 миллион долларҙы ҡайтарырға мәжбүр итәләр.
Алдан Рәсәй спортсылары нейтраль флаг аҫтында сығыш яһамай тип белдергәйнеләр. Рәсәй Олимпия комитеты етәксеһе Александр Жуков, бындай вариант ҡаралмай ҙа, тип әйткәйне. Рәсәй власы ла Уйындарҙа нейтраль флаг аҫтында ҡатнышыуға ҡаршы. Рәсәй Президенты Владимир Путин был «илде түбәнһетеү» тигәйне.
Рәсәйҙең 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыуын тыйыу йыл ярым дауам иткән допингҡа ҡаршы тикшереүҙәр менән бәйле. Һөҙөмтәлә Рәсәй Сочиҙа яулаған 11 миҙалдан мәхрүм ителде. Рәсәй Федерацияһы командаһына ҡаршы ғәйепләүҙәр нигеҙендә Денис Освальд һәм Самуэль Шмид етәкселегендәге комиссияның тикшереүҙәре ята. Уларҙың һығымталарына ярашлы, Рәсәй спортсылары Сочиҙа Олимпиадала спорт түрәләре ирек ҡуйып допинг ҡулланған. Мәскәүҙә был ғәйепләүҙәрҙе нигеҙһеҙ тип иҫәпләйҙәр. Рәсәй тик айырым допинг ҡулланыу осраҡтарын ғына таный.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика