10:08 (UTC+5), 06 Декабрь 2017

Пхенчхандағы Олимпиадала Башҡортостандан 30 спортсының ҡатнашыуы ихтимал

Reuters
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ошо көндәрҙә Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй спортсыларына «хөкөм» сығарҙы: 2018 йылда Пхенчхандағы Олимпиадала ҡатнашырға мөмкин, ләкин улар нейтраль флагтар аҫтында сығыш яһарға тейеш. Еңгән осраҡта Олимпия уйындары гимны яңғырай һәм олимпия флагы күтәрелә. Хәҙер бөтә ил өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға икәнлеге тураһында уйлай: «Барырға ярамай ҡалырға».
Көньяҡ Кореялағы Олимпиадала ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан спортсыларының да исемдәре бар. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй йыйылмаһының яҡынса исемлегенә биатлон, бобслей, скелетон, саңғы ике алышы, саңғы менән трамплиндан һикереү, сноуборд, фристайл, хоккей, шорт-трек буйынса 30-ҙан ашыу спортсы индерелгән.
Әле Семен Елистратов (шорт-трек), Антон Бабиков (биатлон), Эрнест Яхин (саңғы ике алышы), Дмитрий Васильев, Илмир Хәзетдинов (икеһе лә — саңғы менән трамплиндан һикереү) һәм башҡалар XXIII ҡышҡы Олимпиадаға әҙерләнә. Өфөнөң «Ағиҙел» клубы хоккейсыларының һәм бобслейсы Ильвир Хузиндың олимпия уйындарында ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһе хәл ителмәгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 декабрҙә Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Томас Бах Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Уйындарҙа ҡатнашыуы буйынса ҡарарҙы иғлан итте.
Шаршамбы, 6 декабрҙә, Рәсәй президенты Владимир Путин ил йыйылмаһының Олимпиадала ҡатнашыуына ҡарата үҙ фекерен әйтер, моғайын.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика