Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Декабрь 2017, 12:47
Башҡортостандан дүрт спортсы грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙалдар яуланы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өс көн буйына Башҡортостан спортсылары В.Н. Анушкин иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында миҙалдар өсөн көрәште. 140-тан ашыу ошо спорт төрөн үҙ итеүселәр, шул иҫәптән Нефтекама көрәшселәре Соликамскиға йыйылды.
Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дүрт яҡташыбыҙ: Айнур Сәйетов, Максим Ганя, Аркадий Арикян һәм Гарик Авакян алтын миҙалдар яуланы. Данил Шәйәхмәтов ныҡышмалы көрәштә көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Теги:
грек-рим көрәше
Читайте нас: