05:00 (UTC+5), 04 Декабря 2017

Халыҡ-ара бобслей һәм скелетон федерацияһы Илвир Хужинды ярыштарҙан ваҡытлыса ситләтеүҙе бөтөрҙө

РФ Бобслей федерацияһының рәсми сайты
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Халыҡ-ара бобслей һәм скелетон федерацияһы (IBSF) Рәсәйҙең туғыҙ спортсыһынан ярыштарҙан ваҡытлыса ситләтеүҙе бөтөрҙө. Улар иҫәбендә Башҡортостан вәкиле Илвир Хужин, бобслей командаһы буйынса коллегалары – Алексей Пушкарёв, Александр Касьянов, скелетонсылар Елена Никитина, Ольга Потылицина, Мария Орлова, Сергей Чудинов, Александр Третьяков һәм Рәсәйҙең Бобслей һәм скелетон федерацияһы етәксеһе Александр Зубков.
IBSF комиссияһы Рәсәй спортсыларын ситләтеү өсөн етерлек дәлилдәр әле һаман юҡ тигән һығымтаға килде, тип билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта федерацияла билдәләүҙәренсә, улар әле һаман Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡарарының дәлилләү өлөшөн һәм ҡарарҙы ҡайтанан ҡарарға мөмкинлек биргән өҫтәмә мәғлүмәттәр көтә. Шулай итеп, рәсәйҙәр IBSF эгидаһы аҫтында алдағы ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, алдан Халыҡ-ара олимпия комитеты Илвир Хужинды һәм команда буйынса уның иптәштәрен Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан ғүмерғә ситләтте һәм уларҙың 2014 йылғы Уйындарҙа өлгәшкән һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика