03:30 (UTC+5), 04 Декабря 2017

«Өфө» футбол буйынса Рәсәй чемпионатының 19-сы турында «Амкар»ҙы ҡыйратты

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Нефтсе» стадионында «Өфө» футбол клубы 2017 йылда үҙ майҙанында һуңғы уйынды уҙғарҙы. Команда Пермдән килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.
Беренсе тайм ваҡиғаларға бай булды. Баш арбитр Владимир Сельдяков, «Өфө» уның менән бер ҡасан да еңелмәй: йә еңеү, йә тигеҙ иҫәп. Судья бик күп штраф һалды. Әммә Дмитрий Стоцкийҙың ҡолап барғанда «Амкар» ҡапҡаһына тупты тибеүе иң хәтәре булды. Штанганан саҡ ҡына юғары. Ярышташтар тәнәфескә 0:0 иҫәбе менән китте.
Икенсе таймда «Өфө» шәбәйҙе. Сергей Семактың тәрбиәләнеүселәре Сильвестр Игбундың тура туп ебәреүе иҫәбенә алға сыҡты. Иң башта Слай башы менән ебәрҙе, һуңғараҡ ҡунаҡтарҙың ҡапҡасыһын урап, буш ҡапҡаға индерҙе – 2:0.
Өсөнсө гол өлөшөндә Игбун ярҙамсы булып сығыш яһаны: тупты яңы ғына алмашҡа сыҡҡан Иван Обляковҡа тапшырҙы. Йәш ярымһаҡсы оппонеттар менән аҡыллы эш итте – 3:0. «Өфөләр» һуңғы минуттарҙа «еңеү тәме менән ләззәтләнде», көйәрмәндәр тышта һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, йола буйынса сисенде. «Амкар» футболсылары баштарын түбән эйеп «Нефтсе» майҙанынан сыҡты.
«Өфөләр» киләһе уйынды Ростовта уҙғара.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика