03:30 (UTC+5), 30 Ноябрь 2017

«Йәшел дерби», икенсе бүлек: «Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ын «ҡороға» еңде

КХЛ
Наталья Овчарук
, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө һәм Ҡазан көйәрмәндәре өсөн ысын байрам: бер аҙна эсендә икенсе «йәшел дерби». 22 ноябрҙә «Салауат Юлаев» Өфө боҙонда «Аҡ Барыҫ»ты ҡабул итте һәм был осрашыуҙа 0:5 иҫәбе менән еңелде. 29 ноябрҙә Башҡортостан һәм Татарстан баш ҡалаларының ҡара-ҡаршы торошо «Татнефть-Арена»һына күсте. 8890 тамашасы «йәшел дербиҙең» икенсе бүлеген ҡарарға йыйылды.
Континенталь хоккей лигаһында приниципаль осрашыуҙарҙың береһе мәрәйһеҙ осорҙан башланп китте: ярышташтар бер-береһен иғтибар менән күҙәткән төҫлө тойолдо. Баш арбитр «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барыҫ» башҡарыуында ике уйынсыны алыҫлаштырып торҙо.
Уйын ваҡытының икенсе өлөшө Башҡортостандың баш ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар өсөн бәхетле булды. Өсөнсө минутта уҡ Федор Беляков һәм Энвер Лисин уңыш мөмкинлеген күреп, шайбаны Антон Бурдасовҡа ебәрҙе, ул Ҡазан ҡапҡаһын асты – 0:1. Осор аҙағында «юлаевсылар» хәүефле мәл кисерҙе: өсәүләшеп бишәүгә ҡаршы торҙо, әммә ҡапҡаны бирмәне.
Өсөнсө осор «Салауат» яҡлы булды. Өфө хоккейсылары ҡапҡаларын ныҡ һаҡланы һәм икенсе «йәшел дербиҙа» минималь иҫәп менән еңеү яуланы.
«Салауат Юлаев» киләһе уйынды үҙ боҙонда Минскиҙың «Динамо»һы менән үткәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика