05:30 (UTC+5), 30 Ноября 2017

Башҡортостан спортсыһы Илвир Хужин Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан ғүмерлеккә ситләтелде

Рәсәй Бобслей федерацияһы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Шаршамбы Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй бобслейсылары Александр Касьянов, Алексей Пушкарев һәм Илвир Хужин Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан ғүмерлеккә ситләтелде, ә уларҙың Сочиҙағы Уйындарҙа өлгәшкән һөҙөмтәләре юҡҡа сығарылды. Һуңғараҡ Халыҡ-ара бобслей һәм скелетон федерацияһы (IBSF) өсәүһен дә үҙ ярыштарынан ситләтте, тип хәбәр итә «РИА Яңылыҡтар».
«Киләһе аҙнала Германияла Донъя кубогы, шуға беҙ килдек, әҙерләнәбеҙ, әммә бындай шарттар, беренсенән, кәйефте боҙа, әлеге мәлдә нимә эшләргә лә белмәйем. Ни булһа ла әҙерләнәбеҙ, барыһы ла халыҡ-ара федерация ҡарарынан тора», — тип һөйләне Илвир Хужин «РИА Яңылыҡтар»ға.
Алдан Халыҡ-ара олимпия комитеты 2014 йылғы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылмаһы яулаған 10 миҙалды тартып алды. Уларҙың дүртәүһе саңғы ярыштарында: марафонда Александр Легковта алтын, 4 һәм 10 саҡрым оҙонлоҡтағы эстафетала Рәсәйҙең ир-егеттәр йыйылмаһында көмөш, шулай уҡ Максим Вылегжанинда (марафон һәм команда спринты) ике көмөш награда; бобслейсы Александр Зубковта ике алтын, скелетонда Александр Третьяковта – алтын һәм Елена Никитинала – бронза, шулай уҡ биатлонда ике көмөш миҙал – эстафетала ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһында һәм спринтта Ольга Вилухинала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика