02:30 (UTC+5), 29 Ноября 2017

Рәсәй Биатлонсылар союзы Башҡортостан спортсыһы Ольга Вилухинаның хоҡуҡтарын яҡларға ниәтләй

Ольга Вилухина инстраграмаһы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Халыҡ-ара олимпия комитеты ике биатлонсы Ольга Вилухинаны һәм Яна Романованы квалификацияһынан һәм олимпия миҙалдарынан мәхрүм итеүен белдергәндән һуң Рәсәй Биатлонсылар союзы рәсми ғариза менән мөрәжәғәт итте. Сәбәбе – допинг ҡағиҙәләрен боҙоу.
«Союз бөтә тейешле инстанцияларҙа, шул иҫәптән Халыҡ-ара спорт арбитражында спортсыларҙың намыҫын һәм дәрәжәһен яҡлау буйынса үҙ эшен дауам итәсәк», — тип аңлатҡандар Рәсәй Биатлонсылар союзының рәсми сайтында.
Уҙған көндәрҙә Халыҡ-ара олимпия комитеты Вилухинаны һәм тағы дүрт Рәсәй спортсыһын 2014 йылда Сочиҙағы Олимпия уйындарында яулаған миҙалдарынан мәхрүм итеүе хаҡында рәсми ҡарарын баҫып сығарҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика