09:19 (UTC+5), 28 Ноябрь 2017

Халыҡ-ара олимпия комитеты биатлонсы Ольга Вилухинаны олимпия наградаларынан мәхрүм итте

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Халыҡ-ара олимпия комитеты сираттағы ултырышында тағы биш Рәсәй спортсыһын миҙалдарҙан мәхрүм итте. Улар араһында Башҡортостандың Межгорье ҡалаһынан Ольга Вилухина ла бар.
«Ул саҡта бәхет йәштәре ине, хәҙер иһә киреһенсә! Ниндәй ғәҙелһеҙлек! Дуҫтар, һеҙ ниндәйҙер ҡот осҡос конвейер эшләүен аңламанығыҙмы ни? Беҙҙең барыбыҙҙы ла миҙалдарҙан мәхрүм итәләр. Бының һәйбәт тамамланырына өмөт юҡ. Минең миҙалдарым таҙа. 15 йыл эсендә алынған йөҙҙәрсә пробаларымдың бөтәһе лә кире. Мин Сочиҙа бәхетле инем, көйәрмәндәргә һәм илгә бүләк иткән хис-тойғоларҙы, шатлыҡты юҡҡа сығарып булмай. Мин аҙағынаса көрәшәсәкмен!» — тип яҙҙы Ольга Вилухина «Инстаграм»да.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда Сочиҙағы Олимпиадала Башҡортостан биатлонсыһы ике көмөш миҙал яуланы: тәүгеһен – Зайцева һәм Шумилова менән эстафетала, икенсеһен – спринтта. Хәҙер награда – Норвегия спортсыларына, ә спринт өсөн «көмөш» Украина вәкиле Вита Семеренкоға күсә.
2016 йылда Ольга Вилухина спорт карьераһын тамамланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика