06:30 (UTC+5), 28 Ноября 2017

Башҡортостан тәүгә пауэрлифтинг буйынса Рәсәй чемпионатында «ятып штанга күтәреү» дисциплинаһында еңде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәй чемпионатын Новосибирск өлкәһенең Бердск ҡалаһы ҡабул итте. Башҡортостан йыйылмаһына алты спортсы инде, улар «ятып штанга күтәреү» дисциплинаһында команда зачетында беренсе урын алды. Спорт сараһында ҡатнашыусылар был уңышҡа тәүге өлгәште.
«Ян Урусов 66 килограмм ауырлыҡ категорияһында «алтын» яуланы. Станислав Урусов ошо уҡ ауырлыҡта көмөш призер булды. Беренсеһе – 2018 йылғы донъя чемпионатына, ағаһы 2018 йылғы Европа чемпионатына юллама алды. Александр Бабин 83 килограмм ауырлыҡ категорияһында «көмөш» яуланы. Салауат Мәсәғүтов ошо уҡ ауырлыҡта «бронза» призер булды, — тип һөйләнеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостандан тағы ла бер спортсы 105 килограмм ауырлыҡ категорияһында Рәсәй ярыштарында көмөш миҙал яуланы һәм киләһе йылғы Европа чемпионатына эләкте. Евгений Охлюев 120 килограмдан ауырыраҡ категорияла «бронза» алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика