Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.47
-0.35
92.25
-0.69
64.87
-0.05
8+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ноябрь 2017, 12:28
Тимур Сафин фехтование буйынса Рәсәй кубогында көмөш миҙал яуланы
Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Смоленск ҡалаһы ир-егеттәр араһында фехтование буйынса Рәсәй кубогын ҡабул итте. Ярыштарҙа Башҡортостан исеменән олимпия чемпионы Тимур Сафин һәм уның коллегаһы Тимур Арыҫланов сығыш яһаны. Яҡташтарға сирекфиналда бер-береһе менән алышырға тура килде, унда тәжрибәлерәк Тимур Сафин еңеү яуланы.
Олимпия чемпионы ярымфиналда Ярославль өлкәһе рапирасыһы Александр Сироткин менән осрашты. Һуңғыһы 15:14 иҫәбе менән еңде, тип хәбәр ителә Рәсәй Фехтование федерацияһының рәсми сайтында. Һөҙөмтәлә Тимур Сафин Рәсәй кубогында көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Теги:
фехтование
тимур сафин
рәсәй кубогы
Читайте нас: