09:11 (UTC+5), 24 Ноябрь 2017

«Салауат Юлаев» клубы һаҡсыһы Захар Арзамасцев: «Беҙҙән күберәк талап итергә кәрәк, Вестерлунд йомшаҡ» - видео

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Үҙ боҙҙарында «Аҡ Барыҫтан» 0:5 иҫәбе менән отолғандан һуң «Салауат Юлаев»тың бер нисә хоккейсыһы көйәрмәндәр менән аралашырға һәм еңелеүҙәре өсөн йәнә ғәфү үтенергә булды. Һөйләшеүҙең видеояҙмаһы социаль селтәргә һалынған.
Захар Арзамасцев эскерһеҙ кеше булып сыҡты. Өфө боҙ дружинаһы һаҡсыһы башҡорт хоккейы көйәрмәндәре менән аңлашырға маташты:
«Беҙҙән күберәк талап итергә кәрәк. Вестерлунд ныҡ йомшаҡ, — тине уйынсы. — Беҙгә һаҡсыларҙы пропагандалайҙар. Беҙҙән нимә талап итәләр, шуны эшләйбеҙ. Һөҙөмтә — голдар юҡ. Тренерҙар штабы барыбыҙҙың да бер төрлө уйнауын теләй».
Захар Арзамасцев фекеренсә, «Салауат»тың генераль менеджеры хоккейсыларҙы йыш алмаштыра, ләкин һөҙөмтә юҡ.
«Дөрөҫөн әйткәндә, ошондай уйындан һуң миңә бында сығыуы оят, — тине хоккейсы, башын түбән эйеп, көйәрмәндәр менән аралашыу ваҡытында. — Вайсфельд хәйләкәр һәм һуңғаса фин тренерҙарын яҡлай, сөнки уларҙы эштән бушатһалар, уны ла алыуҙары ихтимал».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика