11:00 (UTC+5), 24 Ноябрь 2017

Башҡортостан спортсыһы Гөлназ Ғөбәйҙуллина - заманса бишбәйге буйынса донъяның иң яҡшы спортсыһы

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы
Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Гөлназ Ғөбәйҙуллина заманса бишбәйге буйынса донъяның иң яҡшы спортсыһы тип танылды. Халыҡ-ара заманса бишбәйге союзы башҡарма комитеты ултырышының йомғаҡтары буйынса Рәсәй йыйылмаһы - йылдың иң яҡшы командаһы, ә Гөлназ Ғөбәйҙуллина - йылдың иң яҡшы спортсыһы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың август айында Гөлназ Ғөбәйҙуллина карьераһында тәүгә донъя чемпионатында еңде. Ул Египетта уҙҙы. 20 йыл эсендә донъя беренселегендәге шәхси ярыштарҙа тәүгә Рәсәй ҡыҙы алтын миҙал яуланы.
Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, заманса бишбәйге буйынса Рәсәй йыйылмаһы икенсе йыл рәттән донъяның иң яҡшы командаһы тип танылды. Был исем UIMP эгидаһы аҫтында (төрлө йәш категорияһындағы спортсылар араһында донъя чемпионаттарында, Донъя кубогы этаптарында, Донъя кубогы финалында) спортсылары бөтә эре турнирҙарҙа иң күп миҙал яулаған командаға бирелә.
Белешмә. Гөлназ Ғөбәйҙуллина Яңы Уренгой ҡалаһында тыуған. Ун йәшендә ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Башта ҡыҙ йөҙөү менән шөғөлләнә, ә 11 йәшендә бишбәйгегә күсә. 2003 йылдан башлап 2014 йылғаса Гөлназ Ғөбәйҙуллина Өфөлә тренер Игорь Шохов етәкселегендә шөғөлләнә.
Был ваҡыт эсендә Башҡортостан спортсыһы күп тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе һәм призер булды. Билдәләп үтергә кәрәк, Гөлназ үҫмерҙәр араһында Йәйге Олимпия уйындарында награда яулаған берҙән-бер Рәсәй спортсыһы булды. 2010 йылда Ғөбәйҙуллина шәхси зачетта «бронза» яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика