05:00 (UTC+5), 23 Ноябрь 2017

«Салауат Юлаев»тың баш тренеры Эркка Вестерлунд: Отставкаға китергә йыйынмайым

«Салауат Юлаев» хоккей клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы Континенталь хоккей лигаһының 10-сы миҙгелендә тәүге «йәшел дерби»ҙа Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ына биреште. Ҡунаҡтар Башҡортостан клубын 5:0 иҫәбе менән ҡыйратты. «Юлаевсылар»ҙың баш тренеры Эркка Вестерлунд тәрбиәләнеүселәренең ни өсөн еңелгәнен аңлатты.
«Тәүге ике осорҙа Ҡазан хаталарыбыҙ менән файҙаланды. Кәрәк урында шайба индерҙе. Өсөнсө осорҙа беҙ команда булараҡ уйнаманыҡ, беҙ берәрләп уйнаныҡ», — тине уйындан һуңғы конференцияла фин белгесе.
Шулай уҡ Вестерлунд белдереүенсә, «Салауат»тың бындай еңелеүҙәре – ул тренер өсөн уҡыу процесы һәм ул отставкаға ғариза яҙырға йыйынмай.
«Иртәгә уйынсылар менән бергәләп бөтә уйынды тикшерәбеҙ, сөнки гел генә бер үк хата яһайбыҙ», — тине Эркка Вестерлунд.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика