10:00 (UTC+5), 23 Ноябрь 2017

«Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль менеджеры Леонид Вайсфельд көйәрмәндәр алдында ғәфү үтенде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Көйәрмәндәр һәм хоккей менән айырыуса ҡыҙыҡһынмаған өфөләр ҙә «Какая боль…» тип йырланы. «Салауат Юлаев»тың үҙ боҙонда «Аҡ Барыҫ»ҡа ҡаршы принципиаль уйында үкенесле еңелеүе тарихҡа инде, әммә Өфө клубындағы эштәрҙең торошо тураһында һөйләшеүҙәр бөтә көйәрмәндәрҙә лә ҡурҡыу тойғоһон уята.
Юбилей миҙгелендә тәүге «йәшел дерби»ҙан һуң «юлаевсылар» сисенеү бүлмәһендә ғәфү үтенеүҙән тыш башҡа һүҙҙәр тапманы. Һуңынан «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль менеджеры һүҙ тотто.
«Команда исеменән көйәрмәндәр алдында ғәфү үтенәһем килә. Әлбиттә, был юл ҡуйғыһыҙ һөҙөмтә, унан да бигерәк өйҙә, алдан әҙерләнеп. Бындай һөҙөмтәгә аҡланыу юҡ. Тикшерәсәкбеҙ, эшләйәсәкбеҙ», — тип Леонид Вайсфельдтың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан клубының матбуғат хеҙмәте.
22 ноябрҙә «Салауат Юлаев» 0:5 иҫәбе менән «Аҡ Барыҫ»ҡа еңелде. Был Ҡазан командаһының Өфө клубындағы иң ҙур еңеүе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика