Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2017, 13:50
Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова Рәсәй чемпионатында йәнә бер бронза миҙал яуланы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ҡазанда йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостан спортсыһы Полина Егорова 50 метрлыҡ арауыҡта икенсе бронза миҙал яуланы. Егорова Пенза өлкәһе вәкиле Анастасия Фесикова һәм Санкт-Петербург, Ырымбур өлкәһе өсөн сығыш яһаған Мария Каменеванан бер аҙ ҡалышты.
Бынан алда ул 200 метрлыҡ арауыҡҡа арҡала йөҙөү буйынса ярышта «бронза» алғайны. Салауат спортсыһы шулай уҡ 100 метрлыҡ арауыҡта дүртенсе урынға лайыҡ булды.
«Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Полина Егорова Европа чемпионатына квалификациялы һайлап алыу шарттарын үтәне, ләкин йыйылма составында кем барасағын Рәсәй Йөҙөү федерацияһының тренерҙар штабы хәл итә», — тип аңлаттылар Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Теги:
йөҙөү буйынса рәсәй чемпионаты
полина егорова
Читайте нас: