05:10 (UTC+5), 21 Ноября 2017

Баймаҡ районы шашкасылары ауыл мәктәбе уҡыусылары араһында Рәсәй беренселегендә уңышлы сығыш яһаны

Рөстәм Шәйәхмәтов
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан вәкилдәре ауыл мәктәбе уҡыусылары араһында рус шашкаһы буйынса Ил беренселегендә уңышлы сығыш яһаны. Ярыштар Силәбе өлкәһендәге Печинкино ауылында сәләмәтләндереү үҙәгендә үтте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр рапид һәм блиц программаларында дүрт йәш төркөмөндә ярышты. Миҙал өсөн Пермь крайынан, Башҡортостандан, Бүрәт, Саха-Яҡут республикаларынан, Иркутск, Ҡурған, Ырымбур, Төмән, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән 19 команда көрәште.
«Башинформ» агентлығына Халыҡ-ара шашка федерацияһының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Рөстәм Шәйәхмәтов хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан турнирҙа ғәҙәттәгесә республиканың ауыл райондары араһында шашка хәрәкәте лидеры – Баймаҡ районы ҡатнашты. Республика командаһына Төркмән ауылы уҡыусылары Азамат һәм Айгүзәл Әхмәтовтар һәм Илнар Ҡолмөхәмәтов инде. Команданың тренеры Азат Әхмәтов.
Ярыш йомғаҡтары буйынса, Азамат Әхмәтов яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Ул 2007-2008 йылдарҙа тыуған ир балалар араһында блицта икенсе булды. Илнар Ҡолмөхәмәтов был дисциплинала бишенсе урын алды.
8 йәшкәсә һәм унан йәшерәк ҡыҙҙар араһында Айгүзәл Әхмәтова блицта бишенсе һәм рапидта етенсе булды.
Өҫтәп үтергә кәрәк, баймаҡтар ауыл мәктәптәре араһында бөтә Рәсәй беренселегендә 2014 йылдан бирле ҡатнашып, һәр саҡ миҙалдар менән ҡайта. Быйыл ярыштарҙа иң көслө шашкасылар, шул иҫәптән былтырғы абсолют чемпион Мәҙинә Мырҙабулатова ҡатнаша алманы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика