Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-4 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ноябрь 2017, 15:08

Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова Рәсәй чемпионатында дүртенсе урын алды

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ҡазанда йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостан исеменән 15 спортсы сығыш яһай. Был ярыштар йөҙөүселәргә 13-17 декабрҙә Копенгагенда ҡыҫҡа һыуҙа йөҙөү буйынса Европа чемпионатында ҡатнашыуға квалификация үтергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова арҡала 100 метрлыҡ арауыҡта Санкт-Петербург һәм Свердловск өлкәһе спортсыларынан ҡалышып, дүртенсе урын яуланы.
«4х50 метрлыҡ ҡатнаш эстафетала Башҡортостан йыйылмаһы — Полина Егорова, Никита Демихов, Ангелина Пряникова һәм Дмитрий Кустиков — етенсе урын алды. Мәскәү, Новосибирск өлкәһе, Татарстан, Белгород һәм Түбәнге Новгород өлкәләре спортсылары етеҙерәк булып сыҡты», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: