02:00 (UTC+5), 17 Ноября 2017

2025 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыу өсөн беҙҙең бөтәһе лә бар – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан 2025 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуға дәғүә итәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рәсәй спорт комментаторҙары ассоциацияһы ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан республикаға ҙур спорт ярыштарын йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыуын дауам итә. Мәҫәлән, 2019 йылда Өфө Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк.
- Беҙ 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуға ғариза тапшырғайныҡ – был олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса үҙе айырым бер «олимпия уйындары». Әммә иң һуңғы тауыш биреү өлөшөндә американдарҙан ҡалыштыҡ – был Ҡырымдың ҡушылыуынан һуң булды, шуға сәйәсәт ҡыҫылды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә хәҙер Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһы 2025 йылда Бөтә донъя уйындарын Рәсәйҙә уҙғарыу яҡшы булыр ине тигән сигнал ебәрә. Үҙебеҙҙең элекке проектҡа ҡайта башланыҡ, сөнки Бөтә донъя уйындарын уҙғарыу өсөн беҙҙең бөтәһе лә бар.
Бөтә донъя уйындары — Олимпия уйындары программаһына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштар. Улар 1981 йылдан алып Халыҡ-ара олимпия комитеты яҡлауында Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһы (IWGA) тарафынан дүрт йыл һайын 11 көн дауамында уҙғарыла. Рәсәй спортсылары был яраштарҙа 1993 йылдан бирле ҡатнаша. Өфө 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуға дәғүә итте, әммә тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Американың Бирмингем ҡалаһынан ҡалышты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика