07:50 (UTC+5), 16 Ноябрь 2017

«Салауат Юлаев»тың генераль менеджеры: әлегә Вестерлундтың отставкаһы тураһында һүҙ бармай

Дмитрий Слезин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Һуңғы алты уйында бишенсе тапҡыр еңелеү — әлеге мәлгә «Салауат Юлаев»тың һөҙөмтәһе шундай. 15 ноябрҙә Мәскәү боҙонда Өфөнөң боҙ дружинаһы ЦСКА-нан 3:0 иҫәбе менән еңелде. Йәй көнө «юлаевсылар» менән ике йыллыҡ килешеү төҙөгән фин белгесенең отставкаһы хаҡында хәбәрҙәр йышыраҡ яңғырай башланы. «Салауат Юлаев»тың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд әлегә Эркка Вестерлундты вазифаһынан бушатыу тураһында мәғлүмәтте раҫламай.
«Әлбиттә, минән башҡа клуб хужаларының да фекере бар, ләкин әлеге тренерҙар штабы был хәлде төҙәтергә тейеш тип иҫәпләйем. Хәҙерге ваҡытта отставка хаҡында һүҙ бармай», — тип Вайсфельдтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
«Салауат Юлаев»тың уңышһыҙлыҡтары үҙ боҙонда «Металлург» менән уйындан (4:1) башланды һәм Алыҫ Көнсығыш турында дауам итте. Артабан Владивостокта «Адмирал»дан (5:1), Хабаровскиҙа «Амур»ҙан (3:1), «Слован» (3:2) һәм ЦСКА (3:0) командаларынан еңелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика