10:03 (UTC+5), 15 Ноября 2017

Өфө каратистары Рәсәй чемпионаты миҙалдарын яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Каратэ буйынса Рәсәй чемпионатын Төмән ҡалаһы ҡабул итте, унда Өфө спортсылары ла сығыш яһаны. Дәлиә Әсәҙуллина көмөш миҙал менән ҡайтты — Өфө ҡыҙы 50 килограмға тиклемге категорияла финал алышында Мәскәү спортсыһы Елена Степанованан еңелде.
«Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 55 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Юлиә Коняева сығыш яһаны. Тәүге алышта ул Силәбенән 2016 йылда йәштәр араһында Европа чемпионы менән осрашты. Осрашыу йомғаҡтары буйынса спортсыбыҙ судья ҡарары буйынса 2:2 иҫәбе менән еңелде», — тип хәбәр иттеләр баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Ләкин Юлиә барыбер Волга буйы федераль округы командаһы составында бронза миҙалға лайыҡ булды.
Тағы бер Өфө спортсыһы — Даниил Прокофьев. Ул өсөнсө урын өсөн көрәшеү хоҡуғын алһа ла, Новосибирск спортсыһы — Европа чемпионатының көмөш призерынан 1:2 иҫәбе менән еңелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика